Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда дүртенсе тәүлек юлда ҡул күтәреп, машина туҡтатырға торған йәш әсәне эҙләйҙәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда ире 28 йәшлек Наталья Ғарипованы эҙләй. Йәш әсә шәмбе, 14 июлдә, киске 10-дар тирәһендә юғалған.

Юғалған йәш ҡатындың тормош иптәше һөйләүенсә, ул ата-әсәһендә Уральск ауылында булған, өйөнә, Учалы-2 биҫтәһенә тиклем юл ыңғай барған машинала ҡайтырға булған. Юлда, 9-10-дар тирәһендә уны һуңғы тапҡыр күргәндәр.

«Телефоны һүнгән, бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары ла эҙләнеүгә ҡушылһын өсөн Тәфтиш комитетына ғариза яҙҙым. Дуҫтарымды интернетта эҙләнеүҙә ярҙам һорап, иғлан яҙыуҙарын һораным. Бәлки уны берәйһе күргәндер. Теләһе ниндәй мәғлүмәт бик ҡәҙерле», — тип һөйләй ире Эдуард.

Наталья Ғарипова тормош иптәше менән бергә ике бала: ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә уңышлы булып иҫәпләнә.

Йәш ҡатын яҙыуҙар яҙылған һәм һүрәт төшөрөлгән аҡ футболка, сағыу ҡыҫҡа ыштан кейгән, әммә үҙе менән джинсы салбары һәм ҡара сумкаһы булған. Берәй төрлө мәғлүмәт белгәндәрҙе полицияға (02) йәки 8-962-529-76-54 номеры (ире Эдуард) буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1187181-v-bashkirii-treti-sutki-ishchut-moloduyu-mamu-golosovavshuyu-na-doroge/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть