Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Ватан» паркында һәм яңы Яр буйы урамында шау-шоу өсөн штраф янай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Полиция хеҙмәткәрҙәре «Ватан» паркына, Конгресс-холл алдындағы майҙанға һәм яңы Яр буйы урамына тикшереү менән йышыраҡ йөрөй башлай. Патрулләү иртәнге 4-кә тиклем уҙғарыласаҡ. Баш ҡаланың ошо районында йәшәүсе өфөләрҙең бихисап ялыуҙары уға сәбәпсе булды.

«Ватан» паркындағы амфитеатр битләүҙәрендә һәм Ағиҙел йылғаһының яр буйында коммуналь хеҙмәттәр яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы материалдан тынлыҡты һәм граждандарҙың тыныслығын боҙоуҙы тыйыусы таҡталар ҡуйып сыҡты», — тип һөйләнеләр Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығында.

Йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн штраф ҡаралған. 75 кешегә административ протокол төҙөлгән дә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1187213-v-parke-vatan-i-na-novoy-naberezhnoy-v-ufe-budut-shtrafovat-za-shum/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть