Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын уҙғарҙы. Ул алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү буйынса төбәктә ҡабул ителгән сараларға арналды. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселәре, шулай уҡ төҙөүсе компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һуңғы йылда республикала биш оҙаҡ төҙөлгән йорт файҙаланыуға тапшырылып, 276 ғаилә торлаҡлы булған. Шул уҡ ваҡытта проблемалы объекттар һаны бер йыл эсендә 29-ҙан 33-кә тиклем артҡан, ә проблемалы йорттар иҫәбе 95-кә еткән. Зыян күреүселәр ресстрына 2 014 кеше иҫәпкә алынған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Трухан төбәктә әҙерләнгән «юл картаһы»на ярашлы 2018 йылда – 27 йорт (441 өлөшсө), 2019 йылда – 54 йорт (793 өлөшсө), 2020 йылда – 12 йорт (486 өлөшсө), 2021 йылда ике йорт (294 өлөшсө) файҙаланыуға тапшырырға күҙалланауын хәбәр итте.

Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, иң ҙур проблемалы объекттар булып «Миловка паркы» торлаҡ комплексы (төҙөүсеһе «КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексы (төҙөүсеһе «Крона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексы («СтройВертикаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Өфөлә Әхмәтов урамы буйынса йорттар һәм Нефтекамала 25-се биҫтәләге йорттар («Интеграл» акционерҙар йәмғиәте), («Башстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Стәрлетамаҡ) тора. Был объекттар өлөшөнә бөтәһе дөйөм зыян күреүсе граждандар иҫәбенән яртыһынан күберәге тура килә.

Алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн быйыл яҙғыһын Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса республикала Объекттарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы булдырылды. Операторға проблемалы объекттарҙы асыҡлау, Росреестрҙың арбитраж идаралыҡтары эшмәкәрлеген контролдә тотоу буйынса Башҡортостан идаралығы менән бергәләп эш итеү, инициативалы өлөшсөләр төркөмдәре менән үҙ-ара эшмәкәрлек алып барыу, зыян күргән граждандарға юридик ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.

  

- Кешеләр беҙҙән көслө ярҙам көтә. Һәр йортто һәм төҙөүсене ентекләп өйрәнергә, ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Төҙөлөш тармағында, торлаҡ баҙарында хәлдең ҡатмарлашыуы менән бәйле объектив сәбәптәр барлығы аңлашыла. Әммә төҙөүсенең эше криминаль юҫыҡта булғанда, хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ һәм компромисһыҙ эш итергә тейеш. Тәү сиратта, намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән граждандарға килтергән зыянды тулы күләмдә ҡаплатырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1187267-rustem-khamitov-provel-soveshchanie-po-zashchite-i-vosstanovleniyu-prav-obmanutykh-dolshchikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть