Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ел секундына 20 метрға етә. Төбәктә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Синоптиктар Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртте. Ул шаршамбы, 18 июлдә, төбәктә елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе менән бәйле. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.

Күк күкрәгәндә урамда булһағыҙ, ер аҫты үткәүелендә, магазинда, йорт подъезында йәшенеп тороу яҡшыраҡ.

Бер ниндәй осраҡта ла реклама таҡталары, ваҡытлыса төҙөлөштәр, ағастар, автобус туҡталыштары артына йәшенмәгеҙ; электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға тейеү тыйыла.

Әгәр тәбиғәттә булһағыҙ, соҡорҙа, тауҙың һөҙәк урынында йәшенергә, ҡоро соҡорға йәки траншеяға инеп ултырырға кәрәк. Дауыл ваҡытында һыу инеү үтә хәүефле.

Йүгермәү, сәбәләнмәү һәм тығыҙ төркөм менән хәрәкәт итмәү зарур.

Машинала булһағыҙ, туҡтап, тәҙрәләрҙе ябып, эстә ҡалыу хәйерлерәк.

Насар һауа торошо өйҙә булған саҡта башланһа, ишек-тәҙрәләрҙе ябырға, көслө елдә тәҙрәне асып, быяланы ярмаһын өсөн келәһен тикшерергә кәрәк. Шул уҡ сәбәп буйынса ҡорғандарҙы  ябырға, улар осоп килгән быяла юлында тәүге тотҡарлыҡ булып тора ала, сөнки көсәйгән елдең тәҙрәгә ауыр әйбер ташлауы ихтимал.

Дауылда балаларға урамда ҡалырға ярамай.

Бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «101» (мобиль телефондан), 01 (ҡала телефонынан) номерҙары буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1187066-veter-do-20-metrov-v-sekundu-v-bashkirii-obyavili-shtormovoe-preduprezhdenie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть