Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡыйғы районында яңы етәксе һайланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Шамил Мөхәмәтдинов йәнә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы булды. Тәғәйенләү тураһында ҡарар шишәмбе, 17 юлдә, район советының депутаттар корпусы ултырышында ҡабул ителде. Сарала ҡатнашҡан 11 халыҡ һайланыусыһы хуплап тауыш бирҙе, тип хәбәр иттеләр район советында.

Шамил Мөхәмәтдинов 2020 йылдың сентябренә тиклем муниципалитет менән етәкселек итә.

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс 22 июндә иғлан ителде. Муниципалитет етәксеһе вазифаһына өс кандидат: Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Шамил Мөхәмәтдинов, Ҡыйғы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика, хоҡуҡ, кадрҙар эше бүлеге етәксеһе Марат Ҡазыханов һәм Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе советы башлығы Натик Шамиев дәғүә итте.

http://www.bashinform.ru/news/1187043-v-kiginskom-rayone-izbran-novyy-rukovoditel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть