Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ябығырға ярҙам иткән 13 аҙыҡ-түлек аталған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Диетолог ғалимдар организмдың минералдарҙа һәм витаминдарҙа бөтә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алған һәм һаулыҡҡа зыян килтермәй ябығырға ярҙам иткән төп аҙыҡ-түлекте атаны. Исемлек 13 юлдан тора, тип хәбәр итә «Известия» баҫмаһы.

Рейтингты баҙам (миндаль), бразил сәтләүеге һәм шыттырылған бойҙай етәкләй. Ғалимдар билдәләүенсә, уларҙа организмға бик кәрәкле витаминдар һәм минералдар ҙур күләмдә бар. Шул иҫәптән улар магнийға, тимергә, кальцийға һәм күҙәнәкле туҡымаға бай.

Шулай уҡ исемлектә яҫы борсаҡ, һоло бутҡалары, картуф, кале кәбеҫтәһе, брокколи һәм авокадо бар.

Тауыҡты, балыҡты һәм йомортҡаны диетологтар мотлаҡ ризыҡҡа индергән. Уларҙың һүҙҙәренсә, балыҡ файҙалы майҙарға бай, тауыҡ ите бик яҡшы аҡһым сығанағы булып тора, ә йомортҡала лейцин – организмға кәрәкле аминокислота бар.

Бынан тыш, ябығыусыларға күберәк ҡара көртмәлене ашарға кәңәш итәләр, сөнки был еләктә май күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлаусы үҫемлек полифенолы күп.

http://www.bashinform.ru/news/1186806-nazvany-13-pomogayushchikh-pokhudet-produktov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть