Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 199 мең һумға сайтты яңыртыуға заказ биргән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге «Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа хеҙмәт баҙары тураһында мәғлүмәт биреү һәм граждандарҙың һөнәри өҫтөнлөктәрен билдәләү» веб-ресурсын яңыртыу, оптималләштереү һәм программа тәьминәтен файҙаланыу хоҡуҡтарын биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә һатып алыу иғлан иткән.

Килешеү хаҡы 199 мең һум. Ғаризалар 2018 йылдың 24 июленә тиклем ҡабул ителә, аукцион 30 июлдә була.

Эштәрҙе республика ҡаҙнаһы финанслай. Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың өҫтөнлөгө дәүләт һатып алыуҙары сайтында яҙылған.

http://www.bashinform.ru/news/1186850-ufimskiy-tsentr-zanyatosti-zakazhet-modernizatsiyu-sayta-za-199-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть