Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ике йәшлек бала тамағына виноград тығылып үлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бәхетһеҙ осраҡ Башҡортостанда үткән ял көндәрендә булған. 14 июлдә ике йәшлек бала виноград ашаған. Бер мәл баланың тамағына һөйәк тығылып, тонсой башлаған, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы. Ваҡиға урынына килгән медицина хеҙмәткәрҙәре баланың үлемен билдәләгән. Фажиғә сәбәптәренең теүәллеген хәҙер компетентлы органдар асыҡлай.

Бала сәсәһә нимә эшләргә?

Бала сәсәһә, тәү сиратта һуларға ҡамасаулаған нәмәне сығарырға, тын алыуҙы тергеҙергә кәрәк. Сабый үҙаллы йүткереп сығара алмаһа, ауыҙын асып, тел төбөнә ҙур бармаҡ менән баҫып, ҡоҫторорға була. Баланың тамағына торған әйберҙе йәки аҙыҡты күреп йә иһә тотоп булһа, ауыҙынан бармаҡ менән сығарып ҡарарға мөмкин. Ауыҙҙан сит нәмәне сығарғанда һаҡ булырға кәрәк. Быны сит әйберҙе баланың тамағына төпкәрәк этәреп ҡуймауҙа ныҡлы ышанғанда ғына эшләргә була.

Сит әйберҙе бармаҡ менән йәки йүткереп сығарып булмаһа, шунда уҡ ашығыс ярҙамды саҡырырға кәрәк (иң яҡшыһы, бер кеше табипты саҡыра, ә икенсеһе балаға ярҙам күрһәтә).

http://www.bashinform.ru/news/1186904-v-bashkirii-pogib-dvukhletniy-malysh-podavivshis-vinogradom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть