Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы чемпионаты үтә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөлә 28-31 июлдә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса ΧΧVII Рәсәй Ғәҙәттән тәш хәлдәр министрлығы чемпионаты һәм Бөтә Рәсәй ирекле янғын берләшмәһенең үҙәк советы кубогына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы беренселеге үтә.

Республиканың баш ҡалаһына бөтә илдән 30 команда, шул иҫәптән йәштәр һәм балалар командалары, йәмғеһе 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы – Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Силәбе, Свердловск һәм Киров өлкәләре һәм Татарстан, Удмуртия республикалары, Ставрополье, Приморье, Пермь крайҙары, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтары баш идаралыҡтары йыйылмалары, шулай уҡ Межгорье, Киров-Чепецк, Ырымбур, Озерск, Ҡурған, Һамар, Воткинск һәм башҡа ҡалаларҙағы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең махсус идаралыҡтары командалары йыйыла.

Ярыштар программаһында – штурмлау баҫҡысы, тотҡарлыҡлы һыҙатты үтеү, янғын эстафетаһы һәм башҡалар. 28 июлдә асыу тантанаһында бөтә спорт төрҙәре тәҡдим ителә.

Бөтә теләүселәрҙе асыу тантанаһын һәм чемпионат этаптарын ҡарарға саҡыралар.

Ярыштарҙы асыу тантанаһы 28 июлдә «Динамо» стадионында киске сәғәт 6-ла башлана. Инеү ирекле.

http://www.bashinform.ru/news/1186863-v-ufe-proydet-chempionat-mchs-rossii-po-pozharno-spasatelnomu-sportu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть