Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында өс алдынғы төбәк иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй.

Республика статистиктары хәбәр итеүенсә, быйылғы тәүге алты ай йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса округта икенсе урында тора.  Халыҡ иҫәбенә торлаҡ төҙөү буйынса республика өсөнсө урынды биләй.

Республика биләмәһендә бөтә финансдау сығанаҡтары иҫәбенә ағымдағы йылдың ғинуар-июнь айҙарында дөйөм майҙаны 870,1 мең квадрат метр тәшкил иткән 10 484 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Ул уҙған йылдан 14,4 процентҡа кәмерәк.

Төбәктә һәр мең кешегә 214 метр торлаҡ төҙөлгән.

Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 72,8 процент тәшкил иткән. Республикала йәшәүселәр майҙаны 633,8 мең квадрат метрҙа 5906 йорт төҙөгән. Ул уҙған йылдың ғинуар-июне менән сағыштырғанда 9,7 процентҡа аҙыраҡ.

Республикала төҙөүселәр – юридик шәхестәр был ваҡыт эсендә дөйөм 236,3 мең квадрат метр торлаҡ тапшырған, йәғни 2017 йылдың ғинуар-июненә ҡарата 75,2 процент.

http://www.bashinform.ru/news/1186802-bashkiriya-v-troyke-regionov-liderov-pfo-po-stroitelstvu-zhilya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть