Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Социаль торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ ойошторола

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Социаль торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ төҙөргә күҙаллайҙар. Яңы дәүләт ҡаҙна идаралығының нимә менән шөғөлләнәсәге тураһында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Егор Родин һүҙҙәренсә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы социаль торлаҡ программаларына тороу һорауҙары буйынса мәғлүмәт һәм кәңәш бирәсәк, шулай уҡ документтар менән эштә ярҙам итәсәк.

Дәүләт ҡаҙна идаралығын ойоштороу кәрәклеге Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың «Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы Указын тормошҡа ашырыу менән билдәләнгән. Указ торлаҡҡа мохтаж ғаиләнең беренсе балаһы тыуғанда 300 мең һумлыҡ түләүгә хоҡуҡлы булыуын күҙ алдында тота. Документҡа ярашлы, аҡсалата сертификат торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Социаль түләүгә дәғүәләүсе ғаиләләр һаны баштағы пландарҙан артып киткән, ул ғаризаларҙы ҡарау процесын әкренәйтеүгә килтергән. Яңы учреждениеның эше башҡа саралар иҫәбендә был проблеманы ла хәл итергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1186628-v-bashkirii-budet-sozdano-upravlenie-po-realizatsii-sotsialnykh-zhilishchnykh-programm/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть