Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Рөстәм Хәмитовтың 300 мең һум түләү тураһындағы Указы пландан арттырылып үтәлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда беренсе балалары тыуған ғаиләләргә бер тапҡыр социаль түләү биреү буйынса план арттырылып үтәлгән. Ошо хаҡта төбәк Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы Указға 2017 йылдың 9 мартында ҡул ҡуйҙы. Документ беренсе балалары тыуған төбәк халҡына 300 мең һум бүлеүҙе күҙ уңында тота. Баштағы иҫәптәр буйынса, өс йыл дауамында ике мең ғаиләгә социаль түләү биреү ҡаралғайны. Әммә был норматив 2017 йылда уҡ артып китте. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 5 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашырға ғариза биргән, уларҙан 4 964 ғаилә сарала ҡатнашыусы тип танылған, 1750 ғаилә – таныҡлыҡ, 1 452 ғаилә аҡсалата түләү алған.

Июль башында бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә дәғүәсе ғаиләләр исемлеге киңәйтелде. Республика Башлығына килгән байтаҡ мөрәжәғәттәрҙән һуң, программаға инеү шарттары йомшартылды. 300 мең һумлыҡ түләүгә дөйөм алғанда 8 мең самаһы ғаилә иҫәп тота ала, тип күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1186589-v-bashkirii-ukaz-rustem-khamitova-o-vyplate-300-tysyach-rubley-realizuetsya-s-perevypolneniem-plana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть