Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканан йәш спортсы ауыр атлетика буйынса Европа чемпионы булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Нефтекаманан 13 йәшлек Дмитрий Мәзитов Францияның Греноблендә ауыр атлетика буйынса Европа чемпионы булды, тип хәбәр итә «Ҡыҙыл байраҡ» гәзите. 39 килограмм ауырлыҡтағы үҫмер күкрәгенән 75 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәргән. Ул ауыр әйбер күтәреү менән ике йыл шөғөлләнә. «Дима – бик һәләтле бала, юғары һөҙөмтә күрһәтә. Даими шөғөлләнә, дәрестәр ҡалдырмай. Уның йәшендәге бөтә балалар ҙа бындай һөҙөмтә менән маҡтана алмай, — тип һөйләне уның тренеры Айрат Суфиянов. — Уның бер ярышташы булды, Франциянан шикелле. Күнекмәләр башланғас, баланың нисек шөғөлләнеүен күреп, ойоштороусыларға барҙы һәм, минең аңлауымса, үҙен икенсе төркөмгә яҙыуҙарын һораны. Дмитрий, әлбиттә, ярышташын еңер ине. Дөйөм команда зачетында Рәсәйгә – икенсе, Бөйөк Британияға – беренсе, Францияға өсөнсө урын бирҙеләр. Беҙгә кубок тапшырҙылар. Беҙ бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ысынында иһә, мин бындай һөҙөмтәне көтмәгәйнем, бик шәп сығыш килеп сыҡты».

http://www.bashinform.ru/news/1186282-yunyy-sportsmen-iz-bashkirii-stal-chempionom-evropy-po-tyazheloy-atletike/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть