Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Быйыл Өфөлә популяр исемдәр: Әмир һәм София

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Быйыл Өфөнөң Дим районында ғына 612 сабый донъяға килгән. Уларҙан 311-е – малай, 301-е — ҡыҙ. Райондың ЗАГС бүлеге белгестәре билдәләүенсә, 10 ғаилә игеҙ балаларға бәхетле ата-әсә булды.

«265 ғаиләлә беренсе сабыйҙары тыуҙы, 243 ғаиләлә икенсе балалары донъяға килде, 74-ендә  - өсөнсө, 18-ендә – дүртенсе һәм унан һуңғы бала», — тип хәбәр иттеләр Дим районы ЗАГС-ында.

Әмир малайҙар өсөн иң популяр исем булды. Артабан килә Асҡар, Даниил, Кирил. Ҡыҙҙарға, быға тиклемге кеүек, София, Милана, Анна һәм Виктория тип ҡушалар. Һирәк исемдәр: Ян, Яков, Юлай, Эрик, шулай уҡ Юлиә, Юлиана, Эсмира, Эмма.

http://www.bashinform.ru/news/1186370-populyarnye-imena-v-ufe-2018-amir-i-sofiya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть