Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 6 йәшлек һеңлеһен көсләүҙә ғәйепләнеүсе 14 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ҡот осҡос хәл Иглин районының Оло Теләк ауылында булған. Унда, ғариза биреүсенең һүҙҙәре буйынса, 14 йәшлек үҫмер алты йәшлек һеңлеһен көсләгән. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр иткән. Бәлиғ булмаған енәйәтсе бер нисә ай дауамында туғандарын һәм яҡындарын ҡурҡытып йөрөгән, ә уҙған көндәрҙә ошо енәйәтте ҡылған.

Хәҙер үҫмерҙе полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эҙләй. Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, «Көсләү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республикалағы Эске эштәр министрлығының шәхси составы бәлиғ булмағын енәйәтсене эҙләүгә тотонған. Уҙған көндәрҙә үҫмерҙең велосипедта Силәбе өлкәһенә юлланғаны тураһында мәғлүмәт булды. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫламанылар, әммә кире лә ҡаҡманылар.

Фотолағы егетте күргәндәрҙе йәки ҡайҙа булыуын белгәндәрҙе 8 (34795) 2-14-94, 8-999-741-11-69, 8-906-372-56-73, 8-963-898-88-18 йәки 02, 102 телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.  

http://www.bashinform.ru/news/1186339-v-bashkirii-razyskivayut-14-letnego-podrostka-podozrevaemyy-v-iznasilovanii-6-letney-sestrenki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть