Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә трамвай линияларын төҙөүҙе 2021 йылға тиклем кисектереп торҙолар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә баш ҡаланың төньяғын һәм көньяғын тоташтырасаҡ яңы трамвай юлдарын төҙөү 2021 йылға тиклем кисектерелә. Был турала «Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы халҡын транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү» муниципаль программаһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы норматив документта әйтелә.

Алдан Менделеев урамы буйлап электр транспорты линияларын дауам итеү һәм ҡаланың ике өлөшөн Рәсәй урамы буйлап тоташтырыу проекты тураһында хәбәр ителде. Ләкин Өфө чиновниктары бирелгән ваҡыт эсендә бюджеттан тыш аҡса таба алмаған. Шулай уҡ муниципалитетта ғәмәлдәге трамвайҙарҙы һәм троллейбустарҙы яңыртыуҙан баш тартҡандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө электр транспортын үҫтереүгә яҡынса иҫәптәр буйынса 5,3 миллиард һум һалынған.

http://www.bashinform.ru/news/1186344-v-ufe-otlozhili-stroitelstvo-tramvaynykh-liniy-do-2021-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть