
Баш ҡалала табиптар өсөн ике секциялы күп ҡатлы йорт төҙөргә күҙаллайҙар

Баш ҡалала табиптар өсөн ике секциялы күп ҡатлы йорт төҙөргә күҙаллайҙар Фото: ҡала советы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөлә Кулибин, Дон һәм Азатлыҡ урамдары кварталында биләмәне планлаштырыу һәм межалау проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Биләмәлә 17-се ҡала дауаханаһының бинаһы урынлашҡан, улар араһында элекке дауалау корпусының авария хәлендәге өс ҡатлы бинаһы бар. Проектлаусылар уны һүтергә һәм уның урынына яңы биш йәки алты ҡатлы корпус, ә Кулибин – Дон урамдары киҫелешендә медицина хеҙмәткәрҙәренә йәшәү өсөн тәғәйенләнгән ер аҫты автотуҡталҡаһы менән ике секциянан торған 12 һәм 16 ҡатлы йорт төҙөргә тәҡдим итә. Тыңлауҙарҙа 120 кеше ҡатнашты. Проект хуплау тапты, һөҙөмтәләре оҙаҡламай баҫылып сыға, тип хәбәр иттеләр ҡала советының матбуғат хеҙмәтендә.



