Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда полиция өс һәм дүрт йәшлек балаларҙы эҙләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Салауаттан бер ҡатын 10 июлдә ике балаһы: өс йәшлек Егорҙың һәм дүрт йәшлек Таисияның юғалыуы тураһында ғариза яҙған. Ғариза яҙыусының һүҙҙәре буйынса, балаларҙы  атаһы алып китеүе ихтимал. Уның менән улар айырылышыу сигендә.

«Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандарҙы эҙләйҙәр», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Шуныһы билдәле: әсә кеше балалары менән бергә тормош иптәшенән башҡа Салауатҡа өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Һуңынан ир шунда килеп (ғаилә Мәскәүҙә йәшәй), балаларҙы саф һауала йөрөтөп килтерәм тигән һылтау менән уларҙы билдәһеҙ йүнәлештә алып киткән.

http://www.bashinform.ru/news/1185354-v-bashkirii-politsiya-ishchet-detey-trekh-i-chetyrekh-let-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть