Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл урамы байрамы шағир Ирек Кинйәбулатовтың юбилейына арнала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Шәмбе, 14 июлдә, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы үтә. Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында был көндәрҙә шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Байрамда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың; республиканың халыҡ шағиры, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың; Башҡорт дәүләт университеты профессоры, драматург, яҙыусы, публицист, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың; Татарстандың халыҡ шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Роберт Миңнуллиндың; Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, райондың почетлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаевтың ҡатнашыуы көтөлә, шулай уҡ Ирек Кинйәбулатовтың тол ҡалған ҡатыны, улы һәм апаһы була.

Абруйлы ҡунаҡтар шағирҙың ҡәберенә барырға, сәскә һалырға күҙаллай. Урындағы Мәҙәниәт йортонда байрамдың тантаналы өлөшө үтә, концерт программаһы ҡаралған.

Ойоштороусылар Иҫке Бәпес, Абдулла ауылдарынан сыҡҡан һәм барлыҡ теләк белдергән яҡташтарын байрамға саҡыра.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышының абруйлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл үтте, ул 2016 йылдың 2 июнендә бәхил булды. Шағир тыуған төйәгендә, Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған.

http://www.bashinform.ru/news/1185302-v-bashkirii-prazdnik-selskoy-ulitsy-priurochat-k-yubileyu-poeta-ireka-kinyabulatova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть