Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дүрт йәшлек ҡыҙын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡатын үҙ ғәйебен таныған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда дүрт йәшлек ҡыҙын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡатын үҙ ғәйебен таныны, тип хәбәр иттеләр төбәк Тәфтиш комитетында.

Фажиғә 7 июлдә Стәрлетамаҡта булған. Тәфтишселәр фекеренсә, 30 йәшлек ике бала әсәһе кесе ҡыҙының мыжыуына түҙә алмай, уның тәнен йәрәхәтләгән, һөҙөмтәлә ҡыҙ вафат булған. Шунан һуң, енәйәти яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн, ҡатын үлемдә үҙе менән бергә йәшәгән ирҙе ғәйепләп маташҡан. Әммә, тикшереү комитеты ваҡытында хәлде асыҡлау, шаһиттарҙан һорау алыу, ғаиләгә мәғлүмәт алыу эше һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсе ҡылығын таныған.

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр енәйәттең бөтә шарттарын асыҡлай. Ҡатынға ғәйепләү ҡарары сығарылған, ул ҡулға алынған. Бынан тыш, тәфтиш комитеты ғәйепләнеүсенең алдан балалар менән ҡаты мөғәләмәлә булыу осрағы барлығын тикшерә. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Эште республиканың тәфтиш идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юрий Русанов үҙ контроленә алған.

http://www.bashinform.ru/news/1184461-zhitelnitsa-bashkirii-obvinyaemaya-v-ubiystve-4-letney-docheri-priznalas-v-sodeyannom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть