Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә бер урынға тупланған ҡарышлауыҡтар борсоуға һалған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда, Учалыла, Мортазин урамындағы йорт янындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа ошо көндәрҙә бик күп ҡарышлауыҡтарҙы күргәндәр. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, бөжәктәр бөтә ҡыуаҡтарҙы кимереп бөткән, хәҙер ҡурсаҡланырға әҙер – үҫентеләр үрмәксе ауы менән ҡапланған. Ҡала халҡы ҡарышлауыҡтарҙың кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин тип уйлай.

«Башинформ» агентлығы ошо һорау менән экспертҡа мөрәжәғәт итте. Республика Балалар экология-биология үҙәге уҡытыусыһы Сергей Герасимов фотоларға ҡарап уларҙың аҫ зелпе көйәһе булыу ихтималлығын билдәләне.

«Аҫ зелпе көйәһе тип уйлайым. Ул кешегә хәүеф менән янамай: тешләмәй, йортҡа үтеп инмәй, ауырыу таратмай. Ҡарышлауыҡ зелпе япраҡтары менән туҡлана. Тиҙҙән ул ҡурсаҡланыр һәм оҙонса аҡ ҡорт йомғағына әүерелер, һуңынан унан күбәләк осоп сығыр», — тип аңлатма бирҙе бөжәктәр буйынса белгес.

Ҡарышлауыҡтар ҡоштарҙан һәм улар менән туҡланырға теләгән башҡаларҙан һаҡланыу өсөн йәшәгән урындарын үрмәксе ауы менән уратып ала, тип өҫтәне Сергей Герасимов.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, июнь урталарында Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәр ҙур ҡарышлауыҡтарҙың һөжүм итеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Социаль селтәрҙә баҫылған фотоһүрәттәрҙә ағастарҙы ҡомағай бөжәктәрҙең һырып алғанлығы күренә.

http://www.bashinform.ru/news/1178123-zhiteley-bashkirii-vnov-napugalo-massovoe-skoplenie-gusenits/

Теги: бөжәктәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть