Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сабыйҙы ҡанһыҙ рәүештә үлтереүҙә ғәйепләнгән ир-егет хөкөм алдына баҫа

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан прокуратураһы Бөрйән районында йәшәгән 43 йәшлек ир-егеткә ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «ярҙамға мохтаж баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың октябрендә ата-әсә өс балаһын өләсәй менән ҡалдырған. Үҙҙәре Ҡурғашлы ауылынан Магнитогорск ҡалаһының кредит ойошмаһына юлланған.

Кисен оло йәштәге ҡатын танышын спиртлы эсемлектәр эсергә саҡырған. Кескәй баланың илауы иҫерек ирҙең теңкәһенә тейә башлағас, ул уны туҡмаған һәм күтәрмәлә ҡалдырған. Дүрт айлыҡ малай баш һөйәге-мейе йәрәхәттәренән йән биргән. Сабыйҙың кәүҙәһен ата-әсәһенең үтенесе буйынса балаларҙы күрергә килгән күршеләр табып алған.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы. Енәйәт эше ҡарау өсөн Башҡортостандың Юғары судына ебәрелде.

http://www.bashinform.ru/news/1177978-v-bashkirii-muzhchina-predstanet-pered-sudom-po-obvineniyu-v-zhestokom-ubiystve-mladentsa/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть