Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йылға буйында ҡул-аяҡтары бәйле ирҙең мәйете табылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә 21 июндә Ағиҙел йылғаһы буйында билдәһеҙ ирҙең мәйете табылған. Уның ҡулүаяҡтары бәйле булған. Мәйет һыу ятҡылығы янында ике ай самаһы ятҡан, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына сығанаҡ.

«Мәйет оҙаҡ ваҡыт йылға буйында ятҡан. Тарҡала башлаған, шуға күрә үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн өҫтәмә эксперт тикшереүҙәре уҙғарыла», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтендә «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары үткәрелә.    

http://www.bashinform.ru/news/1177927-v-ufe-na-beregu-reki-nayden-trup-muzhchiny-so-svyazannymi-rukami-i-nogami/

Теги: үлтереү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть