Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн турслет уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

26-29 июндә Мәсетле районында мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында спорт туризмы буйынса сираттағы ярыштар ойошторола. Турслет Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы булышлығында уҙғарыла.

Иң яҡшы спортсылар исемен яуларға республиканың барлыҡ мөйөштәренән 200-гә яҡын ҡатнашыусы килә. Ярыштар ҡатнашыусыларҙың туристик оҫталыҡ кимәлен күтәреүҙән тыш, уларға команда менән бергә эшләргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Спортсыларҙың оҫталығын беренсе категориялы профессиональ судьялар Михаил Камский һәм Армут Вахов баһалай.

Программала – йәйәүлеләр һәм һыу туризмы, коляскала йүнәлеш алыу һәм велотуризм ярыштары, шулай уҡ формаль булмаған, ләкин ҡатнашыусылар айырыуса яратҡан иң төҙөк һәм хәүефһеҙ лагерь, иң үҙенсәлекле аш-һыу конкурстары.

Спорт туризмы буйынса республика ярыштары ошондай форматта 10 йылдан ашыу үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1177595-turslet-dlya-lyudey-v-ovz-proydet-v-bashkortostane-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть