Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы-2018: вуздарҙағы бюджет урындарына нисә абитуриент уҡырға инә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы-2018 дауам итә. Документтар бөтә әҙерлек кимәлдәре һәм формалары буйынса барлыҡ йүнәлештәргә һәм һөнәрҙәргә: бакалавриат, белгеслек, магистратура программаларына ҡабул ителә. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9326 студент, шул иҫәптән 5024 бакалавр, 1212 белгес, 3090 магистр алырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн ике мотлаҡ фәндән берҙәм дәүләт имтиханы, шулай уҡ һөнәргә бәйле һайлаған ике-өс имтихан һөҙөмтәләрен тапшырырға кәрәк. Ҡайһы бер вуздар һәм факультеттар үҙҙәренең өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарын ойоштора.

Әгәр абитуриенттар берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә икән, вуздарға документтар ҡабул итеү 26 июлдә тамамлана. Юғары уҡыу йорто үҙе һынауҙар үткәрһә, документтар ҡабул итеү 10 июлдән дә һуңға ҡалмайынса дауам итергә тейеш. 27 июлдә уҡырға алыу башлана, 29-ында уҡырға алыу тураһында приказ сығарыла. Уҡырға алыу хаҡында икенсе приказ – 3 августа.

Уҙған йылдағы кеүек үк, абитуриенттар биш вузға өс төрлө һөнәргә документтарын тапшыра ала.

http://www.bashinform.ru/news/1177640-priemnaya-kampaniya-v-bashkirii-2018-skolko-abiturientov-mogut-postupit-na-byudzhet-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть