Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» фольклор байрамы үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда традицион бесән сабыу һәм бесән мәле мәҙәниәтен яңыртыу, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатында бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» республика фольклор байрамы уҙа. Байрам 7 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәҙәниәт министрлығында.

Фестивалдә йыйылма йәки ике кешенән торған (1 ир, 1 ҡатын) ғаилә командалары ҡатнаша ала. Ярыштар эстафета формаһында уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың салғыһы (ҡойоп яһалған), тырмаһы, һәнәге, ҡайрағы, балтаһы булырға тейеш.

Программа сиктәрендә бәйләм (венок) үреү, «Шифалы үләндәр», Land-art — объекттар (бесәндән һәм һаламдан дизайнер һындары эшләү), «Урман ашы» (яланда бесәнселәрҙең аш табыны) конкурстары үтә. Ижади коллективтарҙың: фольклор, музыка ҡоралдары, йыр, бейеү ансамблдәренең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралған.

Бесән сабыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 июлгә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1177472-v-bashkirii-proydyet-folklornyy-prazdnik-senokosa-zveni-kosa-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть