Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда урмандарҙы авиация ярҙамында күҙәтеү башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда яңынан урмандарҙы авиация ярҙамында күҙәтеү башланды. Ул урман янғындары мониторингы өсөн кәрәк, тип аңлаттылар Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында. Пилоттар һигеҙ осош башҡарған һәм алты янғын усағын асыҡлаған.

Был миҙгелгә дөйөм оҙонлоғо 3,5 мең саҡрымдан ашыу 5,1 миллион гектар майҙанда бөтәһе алты маршрут раҫланған – күбеһенсә юлһыҙ тау-урман ерендә. Маршруттарҙың урман янғындарына, шулай уҡ һауа торошона бәйле үҙгәреүе ихтимал, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостанда Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә».

Ошо көндәрҙә урмандар янмай, төбәктә түбән янғын хәүефһеҙлеге һаҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1177289-v-bashkirii-nachalos-aviatsionnoe-patrulirovanie-lesov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть