Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Халыҡ-ара симпозиумында ҡатнашыусыларға Шүлгәнташ мәмерйәһенең тәүге 3D моделен күрһәттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Палеолит осоронда йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән һүрәттәренә күрә танылған Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсел 3D моделе эшләнгән.

Проектты IV «Тарихи-мәҙәни мираҫты музеефикациялау: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумында ҡатнашыусыларға күрһәттеләр. Мәскәү белгестәре визуаллаштереү ҡоралдары хаҡында ентекләберәк һөйләне.

Виртуаль моделен әҙерләү өсөн мәмерйә эсендә 336 лазер менән сканерлау пункты ҡуйылған.  Мәмерйәнең формаһы ҡатмарлы булыуға күрә 16,4 миллиард нөктә йыйылған, ә улар өсөн арауыҡ координаталары алынған.

Ошо көндәрҙә пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында мәмерйәнгә ингән ерҙе фотоға төшөргәндәр. Мәмерйә тирәләй тағы яҡынса 20 квадрат метрҙы һауала сканерлау тора.

Проект өҫтөндә 10 кешенән торған команда эшләне. Мәмерйә диуарҙарын ентекләп моделләштереү өсөн Төп галереяла,  «Сталагмит», «Көмбәҙ», «Билдә», «Хаос», «Һүрәттәр», «Яҡындағы ҡоҙоҡ» залдарында һәм башҡаларында 16380 фото эшләнгән.

«Беҙ мәмерйәгә комплекслы документ эшләү менән шөғөлләнәбеҙ. Төрлө технологиялар ҡулланабыҙ. Ул лазер менән сканерлау – ер өҫтөндә һәм аҫтында, артабан фотограмметрия эшкәртеү менән фото төшөрөү, геодезия үлсәү һәм һауала лазер менән сканерлау, – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына 3D сканерлау буйынса белгес Юрий Свойский. – Был эштәрҙең һөҙөмтәһе берҙәм системаға туплана. Төрлө мәғлүмәттәрҙе берләштерәбеҙ һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенең комплекслы образын, моделен эшләйбеҙ. Виртуаль музей төҙөү һәм мәмерйә тураһында мәғлүмәтте интернет аша күрһәтеү күҙаллана».

Белгестәр әйтеүенсә, һөҙөмтәлә мәғлүмәттәр мәмерйә мониторингы, ҡаяла төшөрөлгән һүрәттәрҙең торошон, ундағы үҙгәрештәрҙе, ошо һүрәттәр өсөн тектоник факторҙарҙың хәүефлеген баһалау, һыу ағышының хәлен анализлау өсөн ғилми маҡсатта, шулай уҡ белем биреү маҡсатында ла файҙаланыласаҡ.

Республиканың 100 йыллығына «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы сиктәрендә төҙөләсәк музейға өҫтәп, бында виртуаль музей барлыҡҡа килә.

Проектты еренә еткереп эшләгәс уны интернеттағы бөтә ҡулланыусыларға тәҡдим итәләр.

Мәҙәни мираҫ объекттарын, шул иҫәптән уникаль археология ҡомартҡыһын – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау, музеефикациялаштырыу һәм популярлаштырыу мәсьәләләренә арналған симпозиум кисә Бөрйән районының Морат Туғай ерендә тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1177550-uchastnikam-mezhdunarodnogo-simpoziuma-v-bashkirii-pokazali-pervuyu-3d-model-peshchery-shulgan-tash-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть