Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе төҙөлөш вакансиялары йәрминкәһенә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

28 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөш өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәргә инженер, автоэлектрик, бетонсы, водитель, урам һепереүсе, ташсы, маляр, кран машинисы, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, слесарь, токарь һәм башҡа һөнәр вакансиялары тәҡдим ителә.

Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1176569-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-stroitelnykh-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть