Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала 18 йыл буйына ғәҙел хөкөмдән ҡасып йөрөгән ир иркенән мәхрүм ителде

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Яңауыл районы суды «үлтереү» статьяһы буйынса 67 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Рәсәй Генераль прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1999 йылда ул эскән килеш берҙән-бер улының ғүмерен өҙгән юл фажиғәһендә ғәйепле тип иҫәпләгән кешене атып үлтергән. Енәйәт ҡылғандан һуң ҡасҡан.

2017 йылға тиклем ул федераль эҙләүҙә булған. Өс йыл самаһы Екатеринбургта йөрөгән, аныҡ йәшәү урыны булмаған. Һуңынан ир өйөнә ҡайтҡан һәм 15 йыл буйына фатирынан сыҡмаған.

«Өҫтәүенә 2004 йылда енәйәтсене йәшереп тотҡан ҡатынының ғаризаһы буйынса суд уны мәрхүмдәр исемлегенә индергән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны. Суд енәйәт эше фигурантын алты йыл да дүрт айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.

http://www.bashinform.ru/news/1177216-v-bashkirii-osudili-muzhchinu-skryvavshegosya-ot-pravosudiya-18-let/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть