Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Вәдүт Исхаҡов «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Вәдүт Исхаҡов «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында уның кандидатураһын раҫланылар.

Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы 1971 йылда тыуған. 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, 2005 йылда Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2000 йылдан — журналистикала. «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән. Ишембай районы муниципаль район Советы депутаты. 2006 йылдан Ишембай ҡалаһының «Торатау» гәзитенә етәкселек итте.

Быға тиклем «Башҡортостан» гәзитен 2018 йылдың апрелендә үҙ вазифаһын ҡалдырған яҙыусы һәм журналист Азамат Юлдашбаев етәкләне.

http://www.bashinform.ru/news/1176677-na-dolzhnost-glavnogo-redaktora-gazety-bashkortostan-utverzhden-vadut-iskhakov/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть