Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалды.

– 77 йыл элек фашистик Германия Советтар Союзына һуғыш асты. Һуңғы йылдарҙа был көн, 22 июнь, һәр ваҡыттағыса Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө булды. Ысынлап та, ошо һуғыш тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Еңеү хаҡы бик юғары. Ләкин шул уҡ ваҡытта илебеҙ, халҡыбыҙ ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтте һәм Тыуған илен һаҡланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн һуғыш яланында башын һалған, яраланып, ғәрипләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙе, 1945 йылғы Еңеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырған тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алабыҙ. Беҙ һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән, дөйөм Еңеү өсөн күп көс түккән ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Ошонда уҡ туғандарына 1942 йылдың 9 майында Новгород өлкәһенең Иҫке Рамуш ауылы янындағы алышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ Зиннәт Вәлиуллин һәм Петр Рассказовтың шәхси әйберҙәре һәм медальондары тапшырылды.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, кадеттар, курсанттар, эҙәрмән отрядтары ағзалары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре республика башлығы менән бергә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ғүмерен аямай көрәшкәндәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

http://www.bashinform.ru/news/1177098-rustem-khamitov-vozlozhil-tsvety-k-pamyatniku-aleksandru-matrosovu/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть