Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә бензинға хаҡтар элекке кимәлдә ҡала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бензинға ҡулланыу хаҡтары элекке кимәлдә ҡала.

Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә дизель яғыулығының литры уртаса 43,85 һум тәшкил итә.

АИ-92 маркалы бензин хәҙер автоһәүәҫкәрҙәргә 40,59 һумға, АИ-95 —  43,63, АИ-98 47,87 һумға төшә.

Уҙған йылдың 19 июне менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығына хаҡтар 14,6 процентҡа артҡан. 92-се бензин — 12,1, 95-се — 10,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1176711-tseny-na-benzin-v-ufe-ostayutsya-na-prezhnem-urovne/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть