Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Канаданың Монреаль ҡалаһында һабантуй уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Монреаль ҡалаһының «Ангриньон» паркында һабантуй ойошторолдо.

«Мираҫ» татар мәҙәниәте үҙәге хәбәр итеүенсә, байрамда Канадала тыуып үҫкәндәр, элекке Советтар Союзының күп һанлы халыҡтары вәкилдәре – бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡунаҡтарға һабантуй картаһында тыуған илен билдәләргә тәҡдим иткәс, унда бөтә ҡалалар өсөн дә урын етмәне.

Байрамда халыҡ йырҙары, ҡурай һәм ҡумыҙ моңо яңғыраны, төрлө уйындар уҙғарылды, Рәшиҙә Таһирова үҙенең шиғырҙарын уҡыны, «Самбо-Монреаль» мәктәбе сығыш яһаны, һабантуйҙың традицион ярыштары  — тоҡ кейеп, ҡалаҡтар, көйәнтәләр менән йүгереү, арҡан тартыу ҙа ситтә ҡалманы.

Һабантуйға Татарстандан Лилиә Хәйруллина һәм Айрат Имашев, шулай уҡ Торонтонан «Берлек» татар ойошмаһы делегацияһы вәкилдәре, Оттава һәм Монреаль ҡалаларынан художество коллективтары килгәйне. «Был ысын мәғәнәһендә тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамы булды»,  — тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар.

http://www.bashinform.ru/news/1176734-v-kanadskom-monreale-proshel-sabantuy/

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть