Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан халҡы «Хәтер шәме» акцияһында ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәүселәр «Хәтер шәме» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

1941 йылдың 22 июне Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн – Рәсәй тарихында иң һағышлы көндәрҙең береһе.

Октябрьский ҡалаһында теүәл иртәнге сәғәт 4-тә «Һалдат уйҙары» мемориаль комплексы янында шәм һәм сәскә тотҡан 100-ҙән ашыу кеше йыйылды.

«Рәсәйҙә 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө. Ул бөтәһенә лә йәнә бер тапҡыр ата-бабаларыбыҙға ни тиклем ауыр бирелгән тыныслыҡты һаҡлау мөһимлеген, яҡындарыбыҙҙың һәм туғандарыбыҙҙың ҡайһылай ҡәҙерле булыуҙарын хәтергә төшөрә», — тип билдәләне «Еңеү ирекмәндәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан буйынса төбәк координаторы Александр Юдин.

http://www.bashinform.ru/news/1176944-zhiteli-bashkirii-prinyali-uchastie-v-aktsii-svecha-pamyati/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть