Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Суд приставтары Өфөләге ҙур сауҙа үҙәген өлөшләтә япты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Суд приставтары баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәренең береһенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Был турала Башҡортостан суд приставтарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фажиғәле эҙемтәләргә юл ҡуймау өсөн, сауҙа үҙәге хакимиәтенең ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Октябрь районының суд приставтары суд ҡарарын тиҙ генә үтәне  — «Сипайлово» сауҙа-сервис комплексының «Б» блогын файҙаланыуҙы тыйҙы.

«Ҡарар Өфөнөң Октябрь районы прокуратураһы дәғүәһе буйынса ҡабул ителде. Күҙәтеү ведомствоһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған тикшереү барышында «Сипайлово» сауҙа үҙәгенең «Б» блогында террорға ҡаршы һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тәьмин итеү буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был секцияла автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы, иҫкәртеү һәм халыҡты эвакуациялау менән идара итеү системалары эшләмәй. Һыу менән янғын һүндереү һәм төтөнгә ҡаршы вентиляция системалары төҙөк түгел, өс эвакуация сығыу юлының икәүһе металл тәҙрә ҡапҡасы менән ҡапланған.

Суд приставтары сауҙа комплексы бинаһына пломба һалды. Улар пломбаларҙың именлеген даими тикшереп торорға тейеш. Сауҙа үҙәгенә асыҡланған янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре етешһеҙлектәрен бөтөрөү саралары менән мәшғүл кешеләргә генә инергә мөмкин.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Өфөлә янғын хәүефһеҙлеген боҙған «Планета» сауҙа үҙәгенә, «Көнсығыш клубы» үҫеш клубына һәм «Экватор» сауҙа үҙәгенә 156 мең һумлыҡ штраф һалынды.    

http://www.bashinform.ru/news/1176833-sudebnye-pristavy-priostanovili-deyatelnost-krupnogo-torgovogo-tsentra-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть