Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазынан «Сәфәр» ансамбле «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсында Гран-при яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда «Байыҡ» башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсы үтте. Унда өс йәштән 15 йәшкәсә бейеүселәр ҡатнашты. «Байыҡ-2018» конкурсының гала-концерты 21 июндә Өфөләге «Ватан» этно-паркында уҙҙы.

Бер сәхнәлә «Байыҡ»тың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре, быйыл финалсылар, Татарстандың, Ҡырғыҙстандың, Осетияның, Чечен Республикаһының, Әстрхандың, Мәскәүҙең иң яҡшы 37 коллективы сығыш яһаны. Иң йәш ҡатнашыусыға өс йәш.

Тәжрибәле һәм талантлы етәкселәр Дамир һәм Әлфиә Ибраһимовтар етәкселегендә  Туймазынан «Сәфәр» ансамбле коллективы Гран-при яуланы, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

«Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы республикала 2009 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ул бер үк исемле боронғо башҡорт бейеүе хөрмәтенә аталған. «Байыҡ» бейеүенең барлыҡҡа килеүе Айҙар Байыҡ сәсәндең исеме менән бәйле.

Проекттың маҡсаты – башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлап ҡалыу, балалар араһында хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу.

Ойошторолғандан алып проект тамашасылар араһында танылыу яуланы һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Фестивалгә республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә бейеү коллективтары килә. Конкурс еңеүселәре һәм дипломанттары Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша һәм яңы бүләктәр яулай. Күптәре һөнәри белем биреү йорттарында уҡый, республиканың танылған коллективтарында – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә уңышлы эшләй.

«Байыҡ-2009» Гран-прийын яулаусы Рәфис Иҙрисов «Эльбрус – алтын майҙан» халыҡ-ара этник сәнғәт конкурсында беренсе премия яуланы.

Шулай уҡ конкурс республикала художество сәнғәт үҫешенә тос өлөш индерә. Проект ярҙамында 150-нән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, район балалар баҡсаларында балалар хореография ансамблдәре ойошторолған, улар, үҙ сиратында, йәш балетмейстерҙарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.

http://www.bashinform.ru/news/1176925-gran-pri-konkursa-bashkirskogo-tantsa-bayyk-zavoeval-ansambl-safar-iz-tuymazov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть