Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының йомғаҡлау ултырышы үтә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы 54-се ултырышы үҙ эшен башланы. Ул бишенсе саҡырылыш парламент эшендә иң һуңғыһы була.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев уҙған биш йылда парламент эше тураһында доклад менән сығыш яһай. Парламент спикеры саҡырылыш ҡабул иткән көнүҙәк закондар, Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закондар сығарыу башланғыстары хаҡында һөйләй. Константин Толкачев үҙ докладында Дәүләт Йыйылышының илдәге һәм сит илдәрҙәге башҡа төбәк парламенттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе сағылдырырға, Рәсәй Закондар сығарыусылар советындағы һәм Европа Советында Урындағы һәм төбәк властар конгресындағы эш тураһында һөйләргә ниәтләй.

Депутаттар корпусында сираттағы составтың эше тамамланыу менән бөгөнгө ултырышта көн тәртибенең йөкмәткелеге бәйле – уға 60-ҡа яҡын һорау, шул иҫәптән өс тиҫтәнән ашыу республика закон проекты ингән, уларҙың күбеһе тотош ҡабул итеүгә әҙерләнгән.

Депутаттар Премьер-министр урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһын 2017 йылда тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында докладын тыңларға һәм тикшерергә ниәтләй.

Шул уҡ ваҡытта төп мәсьәләләрҙең береһе булып «2017 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетының үтәлеше тураһында» закон проекты тора, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү күҙалланған. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһындағы музейҙар тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бюджет процесы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү», «Мәҙәниәт тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары ҡарала.

Бынан тыш, пленар ултырышта депутаттарҙың алкоголь продукцияһын һатыуҙы көйләгән федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән бәйле Дәүләт Думаһына закондар сығарыу башланғысын индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүе көтөлә.

Йомғаҡлау ултырышына депутаттар «Ҡыҙыл ҡәнәфер» билдәләрен тағып килде. Башҡортостан парламенты һуғыш һәм ҡораллы бәхәс ветерандарына булышлыҡ итеүгә арналған бер үк исемле хәйриә акцияһына ҡушылырға ҡарар итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1176828-v-ufe-prokhodit-itogovoe-zasedanie-gossobraniya-respubliki-pyatogo-sozyva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть