Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙың яңы схемаһы эшләй башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙың яңы схемаһы эшләй башлай. Граждандар аҡсаһын туранан-тура төҙөүсегә түгел, ә банк аша бирә ала. Аҡсаларҙы махсус иҫәпкә йүнәлтәләр һәм уны төҙөлөш тамамланғансы «туңдыралар». Девелоперҙар проект хаҡынан 85 процентҡа тиклем күләмдә кредит ала, шул уҡ ваҡытта өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре буйынса фатирҙар һата. Төҙөлөш тамамланғас төҙөүсе өлөшсөләрҙең аҡсаһын ала йәки уның менән банктан алған бурысын ҡаплай.

Был механизм Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса өлөшләтә төҙөлөштән баш тартыу сиктәрендә әҙерләнгән. Күсмә осорға өс йыл бүленгән.

2018 йылдың 1 июленән уҡ девелоперҙар банк оҙатыуына ирекле күсә ала. Эре кредит ойошмалары яңы схема буйынса эшкә әҙерләнгән, тип хәбәр итә «Известия».

Баҫма һорау алған белгестәр фатирҙар алдағы йыл ярымда 10-15 процентҡа ҡиммәтләнер, ә төҙөүселәрҙең кәмендә яртыһы баҙарҙан китер тип иҫәпләй.

http://www.bashinform.ru/news/1176498-v-rossii-s-1-iyulya-nachinaet-rabotat-novaya-skhema-prodazhi-zhilya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть