Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президентының төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың ҡушыуы буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин дәүләт башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 2018 йылда һайлауҙарға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса эштә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ирекмәндәр, йәштәр йүнәлештәре етәкселәре билдәләнде.

Тантанала Михаил Закомалдин илдең төп сәйәси ваҡиғаһы етди кәмселектәрһеҙ үтеүен билдәләне.

  

«Дөйөм һайлаусыларҙың, төбәк халҡының 77 проценттан күберәге хәҙерге ил Президентын хупланы. Дәүләт башлығын һайлауҙа беҙҙең төбәктән халыҡтың 75 проценттан ашыуы булды. Бүләкләнгәндәрҙең бөтәһе лә уларға тапшырылған биләмәләрҙә һайлауҙарҙы ойоштороуға шәхси өлөш индерҙе. Һеҙ, бөтә көсөгөҙҙө һалып, Тыуған ил мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итәһегеҙ. Һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙа юғары күрһәткестәр граждандарҙың федераль, республика һәм муниципаль властың һөҙөмтәле бергәләшкән эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биреүе хаҡында дәлилләй», — тине баш федераль инспектор.

Бүләкләү тантанаһы күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1176737-vladimir-putin-poblagodaril-zhiteley-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть