Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын тәбрикләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан ҡалаларында һәм тораҡ пункттарында иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын тәбрикләйҙәр. Мәләүездә традицион Медалистар балына Ҡала мәҙәниәт һарайына уҡыу алдынғыларын ғына түгел, төрлө конкурстар һәм ярыштар еңеүселәрен саҡырҙылар.

2018 йылда 11-се класты 342 уҡыусы тамамланы, уларҙан 71-е айырым өлгөлө миҙалдар менән билдәләнде. Сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары араһында – муниципаль, республика, төбәк һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конкурстарында еңеүҙәр, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу, тип хәбәр иттеләр Мәләүез районының мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Мәктәпте тамамлаусыларҙы уларҙың торомошондағы мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Таһир Ғиззәтуллин ҡотланы.

«Ошо наградалар – сығарылыш уҡыусыларының ғына түгел, шулай уҡ уларҙың уҡытыусыларының һәм ата-әсәләренәң эш күрһәткесе. Һәр ҡайһығыҙ өсөн миҙал артабанғы профессиональ карьерағыҙҙа тәүге аҙым булһын. Һәр ҡайһығыҙға һайлаған уҡыу йортона инеүҙә уңыштар, яңы маҡсаттар һәм уларҙың тормошҡа ашыуын теләйем», – тип мөрәжәғәт итте сығарылыш уҡыусыларына Таһир Ғиззәтуллин.

Сара концерт программаһы менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1176791-v-bashkirii-chestvuyut-luchshikh-vypusknikov-shkol/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть