Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Бәләбәйҙә Башҡортостандың 100 йыллығына балалар баҡсаһы төҙөлә башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бәләбәйҙә 150 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһы төҙөлә башланы.

  

«Балалар баҡсаһын Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға йөҙ объект төҙөлөшө сиктәрендә һалалар. Төҙөлөш республика ҡаҙнаһы иҫәбенә финанслана, уның хаҡы 171 миллион һум тәшкил итә. Балалар баҡсаһы тәүге балаларҙы 2019 йылдың дүртенсе кварталында уҡ ҡабул итә аласаҡ», –  тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы булып тора. Генераль төҙөүсе – «Главспецстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

http://www.bashinform.ru/news/1176720-v-belebee-nachalos-stroitelstvo-detsada-k-100-letiyu-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть