Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Граждандарҙы ҡабул иткәндә Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән биләмәләрҙе үҫтереү һәм умартасылыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән ауыл хужалығын, төҙөлөштө, инфраструктураны һәм биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Миәкә районында йәшәүсе, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илдус Ғүмәров төбәк етәксеһенә умартасылыҡ өлкәһендә перспективалы проекттар хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул республиканың көньяҡ-көнбайышында тармаҡ музейын, апитерапия мөмкинлектәрен файҙаланып, ял өсөн өйҙәр менән умартасылыҡ хужалығын ойошторорға, шулай уҡ умартасылыҡ буйынса «Апимондия-2021» халыҡ-ара конгресы программаһына Миәкә умарталығын индерергә тәҡдим итте.

Алдан Ауырғазы районы Мәҫәле ауыл советын етәкләгән, әле лә шунда йәшәүсе Тамара Карамзина республика Башлығына Каменка, Сосновка, Дадановка ауылдарына газ үткәреүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Тейешле проект 2015 йылда уҡ әҙерләнгән, хәҙер республика бюджетынан финанслау талап ителә.

Өфөлә йәшәүсе Владимир Гуськов менән Рөстәм Хәмитов «Милов паркы» торлаҡ комплексы буйынса хәлде, булған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын, шулай уҡ биҫтәнең транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе тикшерҙе.

Бәләбәйҙә йәшәүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венера Хөсәйенова республика етәксеһенән Бәләбәй үҙәк район дауаханыһының бала табыу бүлегендә капиталь ремонтты тамамлау өсөн саралар ҡабул итеүен һораны.

Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле йөкләмәләр бирелде.

http://www.bashinform.ru/news/1176674-na-prieme-grazhdan-rustem-khamitov-obsudil-s-zhitelyami-respubliki-razvitie-territoriy-i-podderzhku-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть