
Силәбе өлкәһенән енәйәтсенең Башҡортостанда ҡасып йөрөүе ихтимал

Силәбе өлкәһенән енәйәтсенең Башҡортостанда ҡасып йөрөүе ихтимал Фото: U74.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Кисә Мейәс ҡала округында (Силәбе өлкәһе) бер ир 10 йәшлек ҡыҙыҡайға ташланған. Киске сәғәт 9-сы ярты тирәһендә Илмәнтау урамындағы 9-сы йорттоң подвалында балаларҙың енси ҡағылһыҙлығына ҡаршы енәйәт ҡылынған.
«Хәҙер енәйәтсенең шәхесен асыҡлауға, уны эҙләүгә һәм тотоуға йүнәлтелгән тәфтиш саралары уҙғарыла», — тип хәбәр итә U74.ru Мейәс ҡалаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенә һылтанма менән.
Баҫма мәғлүмәте буйынса, ир 30-45 йәштәр самаһында, ҡаҡса кәүҙәле, буйы 170-180 сантиметр, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һул битендә яра эҙе бар. Ҡара куртка, салбар һәм туфли, күк төҫтәге Adidas футболкаһын кейгән.
Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, енәйәтсенең Башҡортостанда ҡасып йөрөүе ихтимал.



