Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ» автоуҙышы була

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 29 июндән 1 июлгә тиклем Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә арналған «Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ» автоуҙышы була. Акцияны «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе менән берлектә «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт оцошмаһының республика бүлексәһе уҙғара.

Ҡатнашыусылар туҡталыштарҙа тантаналы митингтар үткәрергә, яугирҙәрҙең һәйкәлдәренә сәскәләр һалырға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ҡотларға һәм совет ғәскәрҙәренең Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәре тамамланыуға 30 йыл тулыуға бағышланған «Беҙҙең хәтер — Афғанстан» китабының проекты менән таныштырырға ниәтләй.

Өфөлә автоуҙыш 29 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалынан (Комаров урамы)  башлана. Һуңынан колонна Әлкә ҡасабаһы — Шишмә ауылы — Дәүләкән ҡалаһы — Талбазы ауылы — Стәрлетамаҡ — Салауат — Мәләүез — Күмертау — Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы –  Бәләбәй ҡалаһы — Үрге Йәркәй ауылы — Нефтекама — Благовещен — Иглин ауылы маршруты буйлап юлға сыға. Уҙыш 1 июлдә киске сәғәт 6-ла Өфөлә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1175806-v-bashkirii-sostoitsya-avtoprobeg-boevoe-bratstvo-bez-granits/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть