Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов социаль өлкә учреждениеларында аутсорсинг ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль өлкә учреждениеларында аутсорсинг ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Социаль өлкәгә аутсорсинг индереү  изге ниәттәрҙе күҙ уңында тотто, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Атап әйткәндә, учреждениеларҙы уларға хас булмаған функцияларҙа азат итеү, көстө төп эшмәкәрлеккә йүнәлтеү мөмкинлеген биреү, шулай уҡ профессионалдарҙы, махсуслаштырылған ойошмаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә хеҙмәттәр сифатын күтәреү күҙалланды.

– Мәктәп директоры йәки уның урынбаҫары ҡайҙан картуф, швабра алырға, иҙән йыуыу өсөн ҡайҙан химикаттар табырға тип баш ватырға тейеш түгел, – тине Рөстәм Хәмитов.

Һаулыҡ һаҡлау системаһы ошондай эш форматына – 2012 йылда, мәғариф системаһы – 2016, мәҙәниәт учреждениелары 2017 йылда күсте, ә социаль яҡлау өлкәһе быйылдан башлай.

– Мин туҡланыу, биналарҙы йыйыштырыу, һаҡ функцияларын тапшырыу һәр ерҙә лайыҡлы, яҡшы һөҙөмтәләр менән үтмәүе тураһында бик күп хаттар алам. Хаталар бар, Хөкүмәтебеҙ тарафынан уйланылған эшкә аяҡ салыу бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин мәктәптәрҙең директорҙар корпусы, баш табиптар менән осрашҡанда ошо мәсьәләне тикшерҙем. Ҡайһы бер учреждениеларҙа туҡланыу сифаты насарайыуын күрәм, ҡайһы бер профилле булмаған функцияларҙы икенсе ойошмаларға тапшырыу һөҙөмтәһендә башҡа ҡатмарлыҡтар, проблемалар килеп тыуҙы. Аҡсаны ла аҙ бүлә башланылар. Хәҙер ошо йәһәттән беҙҙең мәктәптәргә, учреждениеларға эшләгән структуралар аҙыраҡ аҡса ала. Халыҡ зарлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда ла проблемалар бар.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, был өлкәлә конкуренцияның булмауы ла аутсорсингка күсеүҙе ҡатмарлаштыра. Әйтәйек, ауыл ерендә берҙән-бер тәьминәтсе үҙенең шарттарын ҡуя.

Башҡортостан Башлығы үҙенең ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте аутсорсинг менән бәйле хәлде тотороҡландырыу һәм төҙәтеү буйынса сараларҙы ҡарауын хәбәр итте. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе менән ошо йәһәттән эште яйға һалыу өсөн мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, социаль өлкәгә өҫтәмә рәүештә 1,3 миллиард һум бүлеү тураһында килешелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1176450-rustem-khamitov-provyel-soveshchanie-po-organizatsii-autsorsinga-v-uchrezhdeniyakh-sotsialnoy-sfery/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть