Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда туғандары һәм тәрбиәгә алған ата-әсәһе баш тартҡан сирле ҡыҙ вафат булған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда «Беҙҙең балалар» хәйриә фондының кескәй тәрбиәләнеүсеһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Ауыр яҙмышлы ҡыҙыҡай хаҡында алдан яҙғайныҡ инде.

Лиана Даун синдромы менән тыуған, әсәһе бала табыу йортонда уҡ унан баш тартҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң сабыйҙы бер ғаилә тәрбиәгә алған, һәм барыһы ла яҡшы булырға тейеш кеүек ине, ләкин яңы бәлә һағалап торған икән. Уға лейкоздың ауыр формаһы тигән диагноз ҡуйыла, былай ҙа һаулығы шәптән булмаған ҡыҙыҡайҙың сире көсәйә генә. Яңы ата-әсә яҙмыш һынауына ҡаршы тора алмай, баланы дауаханаға химия терапияһында ҡалдырып китә.

Онкогематология бүлексәһендә ҡыҙыҡайҙы «Беҙҙең балалар» һәм «Юғалтыуҙар юҡ» фондтары бала ҡараусылары тәрбиәләп тора. Табиптар бер нисә ай дауаланғандан һуң Лиананың һауығыуын фаразлай.  Ләкин ауырыу көслөрәк булып сыға, ул ике йәшкә тиклем дә йәшәмәй.

«Күпселек «ҡояшлы» балалар кеүек, Лиана бик яғымлы ҡыҙыҡай ине,  кешеләргә тартылды, — тип һөйләйҙәр уның хаҡында фондта. — Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — әгәр эргәһендә бер кем дә булмаһа, уның һуңғы көндәре һәм сәғәттәре ниндәй ауыр булыр ине. Беҙ Лиана өсөн бала ҡараусыларҙың эшенә түләргә ярҙам иткәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ҡыҙыҡай һуңғы көнөнә тиклем хәстәрлекле ҡулдарҙа булды».

http://www.bashinform.ru/news/1176417-v-bashkirii-skonchalas-bolnaya-devochka-broshennaya-rodnymi-i-priemnymi-roditelyami-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть