Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала 25 уҡыусы рус теленән 100 балл йыйған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова /.

6 июндә уҙған рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәнде 18 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, быйыл бер юлы 25 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәште. Уларҙың һигеҙе — Өфө мәктәптәренән, ҡалғандары Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Асҡын, Благовещен, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы һәм Өфө райондарынан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.

Былтыр республикала 32 уҡыусы 100 балға яҙғайны.

Шулай итеп, бер нисә имтихан биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 100 баллыҡ  48 эш бар. Информатика буйынса — 9 кеше, география — 2, профилле математика — 3, тарих — 3, химия — 6 һәм рус теленән — 25.

Быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был мәктәптә әле йөҙ балл йыйған дүрт уҡыусы бар. Улар — Эльдар Сакаев (информатика), Шамил Әхтәмов (химия), Ислам Сундуков (профилле математика), Алина Нотфуллина (рус теле).

http://www.bashinform.ru/news/1176134-v-bashkirii-nabrali-100-ballov-po-russkomu-yazyku-srazu-25-vypusknikov/

Теги: БДИ-2018
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть