Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса фильм төшөрөү урынын һайланылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса тулы метражлы нәфис фильм төшөрөү урынын һайланылар.

Ғафури районының Толпар ауылы бер айға билдәле китаптағы Бөркөтлө ауылына әйләнә.

«Фильм төшөрөү урынын ошо көндәрҙә билдәләнек. Һәр ауыл 40 кешенән торған ижади команданы һыйҙыра алмай. Күлдәр ҙә  эҙләйбеҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров. — Эште июль урталарында башлайбыҙ, август аҙағына тамамларға ниәтләйбеҙ. Унан ярты йыл монтаж. Маҡсатыбыҙ – фильмды 2019 йылдың 20 октябренә тамамлау һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына күрһәтеү».

Бөгөн режиссер кастингта һайлап алынған балаларға кинопроба үткәрә.

«Беҙ һигеҙ кешене һайланыҡ. Фото һәм видеояҙмаларға ҡарағанда, балалар бик һәйбәт, ҡыҙыҡ, саф башҡортса һөйләшә, нигеҙҙә Урал аръяғы вәкилдәре», — ти Айнур Асҡаров.

Икенсе пландағы ролдәрҙе быға тиклем бергә эшләгән яратҡан актерҙарым уйнай, тип билдәләне режиссер. Мәҫәлән, Алмас Әмиров, Азат Йыһаншин менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

«Фильм Мостай Кәримдең повесын уҡыған кеүек ҡыҙыҡлы булырға вәғәҙәләй. Сценарийҙы камиллаштырабыҙ. Беҙ мотивтар буйынса төшөрәбеҙ, ләкин төп нөсхәнән ситкә тайпылмайбыҙ», — тине Айнур Асҡаров.

Уның һүҙҙәренсә, сценаристар  Дамир Йосопов һәм Мәғәфүр Тимербулатов яҙған «Өс таған» повесының сюжеты деталдәр менән тулыландырыла. Дөйөм мөхәррирлекте бер нисә тапҡыр Айнур Асҡаров менән эшләгән Айҙар Аҡманов башҡара («Өфөнән һөйөү менән», «Буран»).

http://www.bashinform.ru/news/1175857-v-bashkirii-opredelilis-s-glavnym-mestom-semok-filma-taganok-po-povesti-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть