Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә алимент түләмәгән ир суд приставтары бинаһының тәҙрәһенән һикергән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә, Цюрупа урамындағы Башҡортостан Республикаһы буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығында, 20 июндә көндөҙ ғәҙәттән тыш хәл булған. Мәғлүмәттәргә ярашлы, бер ир дүртенсе ҡаттың тәҙрәһенән һикергән — ул төрлө йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһына оҙатылған.

«Башинформ» агентлығы Башҡортостан суд приставтарының матбуғат хеҙмәтенә ошо инцидентҡа аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.

«Был кешене Өфөнөң Киров районы судына «Мутлашыу» статьяһы буйынса ғәйепләнеүсе сифатында килгән сағында тотҡандар. Уға иркенән сикләү рәүешендә яза янаған, — тине ведомство вәкиле. — Ир алимент түләмәй,  бурысы 300 мең һумдан ашҡан. Шуға күрә ул Рәсәй Енәйәт кодексының алимент түләүҙән ҡасыу һәм арест һалынған мөлкәт менән законһыҙ эш итеү статьялары буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн суд приставтарының Киров районы бүлегенә килтерелгән.

Бурыслының тәҙрәнән һикереү осрағының сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1176320-v-ufe-iz-okna-zdaniya-sudebnykh-pristavov-vyprygnul-dolzhnik-po-alimentam-v-upravlenii-fssp-po-rb-pr/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть